Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2011, 10:40

Башҡорт дәүләт педагогия университетында превентологтар әҙерләнәсәк

Башҡорт дәүләт педагогия университетында (БДПУ) «превентология»ға абитуриенттар ҡабул итеү иғлан ителде. Балалар менән наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барасаҡ белгестәр превентологтар тип аталасаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә Республика Йортонда үткән республика наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышында БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин хәбәр итте.
Белгестәр әҙерләү мәсьәләһе көн тәртибенә индерелде, һәм БДПУ ректоры өс вариант тәҡдим итте: вузда превентологтар әҙерләү, юғары уҡыу йортонан һуң әҙерлек үткәреү, мәктәп наркопостары хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү. Превентологтарҙы БДПУ-ның, башҡа юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары һәм тейешле ведомстволар хеҙмәткәрҙәре уҡытасаҡ, тип аңлатма бирә Рәил Әсәҙуллин. Магистратура өсөн ректор республиканың наркоситуация буйынса иң имен булмаған райондарынан «маҡсатлы йүнәлтелгәндәрҙе» ойошторорға тәҡдим итте. Ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән уҡыуға килгәндә иһә, педуниверситет етәксеһе, беҙҙең коллектив ҡайтанан әҙерлек үткәреү һәм квалификация күтәреү курстарын ойошторорға әҙер, тип белдерҙе. «Бындай курстар Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһында булдырылған да инде. 12 көн өсөн тыңлаусылар тәүлек аҡсаһын һәм йәшәү өсөн сығымдарҙы һанамағанда 25 мең һумдан ашыу түләй. Беҙ үҙебеҙҙең белгестәрҙе күпкә кәмерәк аҡсаға ла уҡыта алабыҙ», — тине БДПУ ректоры. Ул йәнә, бындай курстарҙы наркопостар хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ойоштороп була, тип өҫтәне. Мәҫәлән, беренсе аҙнала улар Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты (БИРО) һәм РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Төньяҡ-Көнбайыш институты уҡытыусыларында белем аласаҡ, ә икенсе аҙнаһында БДПУ уҡытыусыларында мәктәптәрҙә практика үтәсәк.
— Үҙегеҙҙең вузда һеҙ нисә превентолог әҙерләй алаһығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды республика Президенты.
— Беҙгә магистратураға 25 бюджет урыны, көндөҙгө бүлеккә 15 һәм ситтән тороп уҡыуға 10 урын бирҙеләр, — тип яуап бирҙе ректор. — Яңы белгеслекте ойоштороу буйынса эштәр ике йыл дауамында алып барылды, һәм бына әле генә финанслауҙы башланылар. Асылда, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытҡан белгестәр ҙә наркоманияны профилактикалау өлкәһендә эшләргә әҙер, әммә бындай күләмле мәсьәлә өсөн махсус әҙерлек үткән кадрҙар кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ.
Автор:Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: