10:39 (UTC+5), 14 Июня 2011

Өфөлә «Рәхмәт, донор!» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһы үткәрелә

Әлфиә Әһлиуллина
14 июндән 18-енә тиклем Өфөлә Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө - 14 июнгә ҡарата «Рәхмәт, донор!» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһы үткәреләсәк. Акцияның һуңғы көнөндә, 18 июндә, бер үк ваҡытта Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Сочи һәм Өфө ҡалаларында концерт программаһы менән күләмле байрам саралары үтәсәк, унда власть органдары, ҡан биреү станциялары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре донорҙар менән аралаша аласаҡ.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Бөтә Рәсәй акцияһы саралары сиктәрендә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 14 - 17 июндә күсмә ҡан биреү пункты эшләйәсәк. Донорҙар көн һайын 10.00-дән 13.00-гә тиклем ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ был көндәрҙә теләге булғандар Республика ҡан тапшырыу станцияһында ла ҡан бирә аласаҡ.
«Рәхмәт, донор!» акцияһының һуңғы сараһы 18 июндә Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында үтәсәк.
18 йәше тулған һәр кем донор була ала. В һәм С гепатиты менән ауырыған, туберкулез, наркология һәм тире-венерология диспансерҙарында иҫәптә тороусы кешеләр ҡан тапшыра алмай.
«Рәхмәт, донор!» мәғлүмәт акцияһы Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ярҙамында үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика