12:00 (UTC+5), 01 Июнь 2011

Стәрлетамаҡта үткән балалар байрамында балалар ҙа, ололар ҙа ихлас ҡатнашты

Әнисә Абдуллина | автор фотоһы
Стәрлетамаҡ майҙаны үҙәгендә Балаларҙы яҡлау көнөнә һәм ҡаланың 245 йыллығына арналған байрам уҙғарылды. Ойоштороусылары – «Тиктормаҫтар» тип аталған балалар бүлмәһе һәм «Үҙәк» сауҙа комплексы муниципаль унитар предприятиеһы. Байрамға ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, «Данко» реабилитация үҙәгенән, «Әсәйһеҙ ярты көн» төркөмөнә йөрөүселәр, көн элгәре үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыусы балалар саҡырылды. Майҙанда уларға «Үҙәк» сауҙа комплексына килгәндәр ҙә ҡушылды. Балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҙур театрлаштырылған концерт программаһын яратып ҡараны, викторина-кокурстарҙа ихлас ҡатнашты, балалар тауарҙары йәрминкәһендә әйберҙәр һатып алды.
Лаврененко ғаиләһе иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булғандыр, моғайын: Михаил улдары Богдан менән Сергей һәм тормош иптәше Яна менән бергә бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашты, бүләктәр артынан күпме сыҡҡандарын иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел X - — Сумка тулы бүләктәр алырбыҙ. тип уйламағайныҡ,- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар. — Беҙ үҙебеҙ Себерҙә йәшәйбеҙ, әлегә бында ҡунаҡҡа ҡайттыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-әсәйемдәр Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайтты. Беҙгә лә был ҡала бик оҡшаны. Бында ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй.Тәьҫораттарыбыҙҙы асфальтҡа төшөрөлгән һүрәттәребеҙҙә лә сағылдырҙыҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика