10:02 (UTC+5), 01 Июня 2011

Рөстәм Хәмитов һәм Леонид Якубович Өфөнән күп балалы ғаиләгә автомобиль асҡысын тапшырҙы

Евгений Рәхимҡолов, Алик Шакиров
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән популяр алып барыусы Леонид Якубович Конгресс-холл янындағы майҙанда тантаналы рәүештә Беренсе каналдың Өфөләге «Беренсе бул!» хәйриә акцияһын асты. Леонид Якубович билдәләүенсә, «Беренсе бул!» акцияһы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә, һәм ул бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһындағы был байрамда ҡатнашыуына бик шат. Рөстәм Хәмитов һәм Леонид Якубович майҙанда йыйылған балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен байрам менән ҡотланы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, мәктәптә яҡшы уҡыуҙарын теләне. Бынан һуң улар дүрт автомобилдең асҡыстарын тапшырҙы.
«Газель» автомобиле Өфөнән 14 бала тәрбиәләгән Жук ғаиләһенә эләкте. Икенсе «Газель» автомобилен Өфөнөң Сабыйҙар йорто алды, тағы бер автоның асҡыстары баш табип Лилиә Ғәлимоваға тапшырылды. «Лада-Калина» автомобилен республиканың иң яҡшы педагогы Гөлназ Мөхәмәтйәнова алды, Башҡортостандың иң яҡшы педиатрына ла «Лада-Калина» машинаһынан асҡыстар тапшырылды. Ошонда уҡ, Конгресс-холл янындағы майҙанда, автомобиль алғандарҙың барыһы ла машиналарына ултырып, майҙанды урап сыҡты.
Ошонда уҡ, Конгресс-холда, Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата тантаналар барған Стәрлетамаҡ менән телекүпер аша аралашыу ойошторолдо.
Автомобиль менән бүләкләнгәндәрҙе һәм балаларҙы Өфөгә килгән Беренсе канал хеҙмәткәрҙәре, артистар, спортсылар, Рәсәй Федерацияһының спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Павел Колобков ҡотланы. Артабан улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Леонид Якубович, популяр артистар һәм алып барыусылар менән бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика