Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2011, 17:16

Рөстәм Хәмитов һәм Беренсе канал йондоҙҙары Өфөлә яңы балалар баҡсаһын асты

Беренсе каналдың «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Беренсе канал йондоҙҙары менән бергә Өфөнөң «Ҡариҙел» биҫтәһендәге 53-сө балалар баҡсаһын асты.
Был яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асып, Рөстәм Хәмитов, бөтә республика буйынса 40 мең бала балалар баҡсаһына мохтаж, һәм Өфөлә яңы баҡса асылыуы – Башҡортостан Хөкүмәте менән раҫланған Балалар баҡсалары төҙөү буйынса республика программаһын ғәмәлгә ашырыуҙың бер өлөшө генә, тип билдәләне. Республика башлығы әйтеүенсә, бөтә республика буйынса 10, хатта 100 балалар баҡсаһы түгел, ә 300, 400-ҙө төҙөргә кәрәк. Был Программа өс-дүрт йыл алға планлаштырылған.
Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев билдәләүенсә, был балалар баҡсаһы - үрҙә билдәләнгән Программа буйынса төҙөлгән беренсе учреждение. Был бик үҙенсәлекле балалар баҡсаһы, унда сабыйҙарҙы һауыҡтырыу өсөн бөтөнләй яңы мөмкинлектәр ҡаралған. Бында медицина кабинеты эшләй, унда ЭКГ приборҙары, ультратауыш терапияһы, магнитотерапия, спирография, һәр төрлө ингаляцион аппараттар – ғөмүмән, балаларҙың иммунитетын күтәреү өсөн барыһы ла бар. Бынан тыш баҡсала бассейн, тренажерҙар менән спорт залы ла эшләнгән. 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы ҡалаға яҡынса 65 миллион һумға төшкән. Өфө мэры һүҙҙәренсә, Балалар баҡсалары төҙөү буйынса республика программаһы сиктәрендә Өфөлә ошондай тағы 10 баҡса төҙөләсәк.
«Инвестстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре балалар баҡсаһының символик асҡысын уның мөдире Светлана Степановаға тапшырҙы. Артабан Рөстәм Хәмитов менән Леонид Якубович таҫманы ҡырҡып, балалар баҡсаһы ишеген асты.
— Беҙ Өфөгә балаларҙы ҡотларға һәм уларға байрам ойошторорға тип килдек, әммә үҙебеҙ республика етәкселеге әҙерләгән байрамға эләктек, - тине Леонид Якубович.
Башҡортостан Президенты һәм Беренсе канал йондоҙҙары балалар шөғөлләнәсәк биналарҙы, бассейнды һәм диагностикалау-реабилитация үҙәген ҡарап сыҡты. Был үҙәктә балалар сәләмәтлеге һәм уларҙың нимәгә һәләтле булыуҙары тикшереләсәк. Ҡунаҡтар баҡса тәрбиәләнеүселәренә сенсор бүлмәһе, интерактив таҡта, һыуытҡыс һәм кондиционер, уйынсыҡтар бүләк итте. Балалар иһә үҙ сиратында ҡунаҡтарға концерт күрһәтте.
Автор:Евгений Рәхимҡолов, Алик Шакиров
Читайте нас: