07:21 (UTC+5), 01 Июня 2011

Өфөгә Беренсе канал делегацияһы - «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы ҡатнашыусылары килде

Евгений Рәхимҡолов, Алик Шакиров
Башҡортостанға Беренсе каналдың делегацияһы килде. Өфө аэропортында «Беренсе бул!» хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды. Беренсе каналдың «Йондоҙҙар десантында» билдәле алып барыусылар, популяр артистар, йырсылар һәм данлыҡлы спортсылар бар. Улар араһында — Екатерина Андреева, Екатерина Стриженова, Арина Шарапова, Нонна Гришаева, Петр Толстой, Виктор Гусев, Леонид Якубович, Александр Гордон, Вадим Колганов, Андрей Бахметьев, Диана Гурцкая, Анита Цой, "Ассорти" төркөмө, Юлия Ковальчук, Алексей Чумаков, Игорь Демарин, Александр Носик, Алик Гульханов, Виталий Кищенко, Мария Кожевникова, Татьяна Арнтгольц, Александр Дьяченко һәм башҡалар.
Беренсе каналдың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылғы акция сиктәрендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, шулай уҡ патронат һәм күп балалы ғаиләләр проблемаларына айырым иғтибар биреләсәк. Акцияла ҡатнашыусылар балалар йорттарына, балалар дауалау учреждениеларына һәм реабилитация үҙәктәренә барасаҡ, унда был учреждениеларҙың тәрбиәләнеүселәре менән туранан-тура аралаша, берлектәге спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, бүләктәр тапшыра аласаҡ.
Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә Беренсе канал инициативаһы буйынса медицина ярҙамына мохтаж етем балаларға Бөтә Рәсәй Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә бушлай операция эшләнәсәк. Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлексәһенә яңы тыуған балаларға яңы ретиналь камера һәм ламинар палата асыу өсөн аҡса йыйылған. Акция сиктәрендә Өфөнөң Сабыйҙар йортона оҙаҡ көтөлгән автобус бүләк ителәсәк.
Ҡунаҡтар яңы быуын балалар баҡсаһын асыуҙа ҡатнашып, ауырыуҙарҙы алдан билдәләү өсөн медицина ҡорамалдары тапшырасаҡ. Беренсе канал йондоҙҙары балалар күргәҙмә сәнғәт үҙәген һәм реконструкциянан һуң балалар тимер юлында яңы миҙгелде асасаҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә акцияла ҡатнашыусылар балалар театрын асыуҙа ҡатнашып, уның тәүге спектакленең премьераһын ҡараясаҡ. Акция сиктәрендә «Родина» кинотеатрында балалар өсөн бушлай «Борцу не больно» кинофильмының һәм «Гадкий утенок» мультфильмының премьераһы, шулай уҡ уларҙы төшөргән ижади төркөм менән осрашыу үтәсәк.
1-се Республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бүләккә компьютер класы аласаҡ. Йондоҙҙар балалар менән бергә үҙ ҡулдары менән йомшаҡ уйынсыҡтар эшләргә һәм Һабантуй байрамында ҡатнашырға йыйына. Балаларҙы КХЛ чемпиондары - «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән осрашыу көтә. Өфөнөң Олимпия резервындағы теннис мәктәбендә балалар өсөн Андрей Чесноков менән Анастасия Мыскина ҡатнашлығында мастер-класс үтәсәк. Ә «Динамо» үҙәк ҡала стадионында «Беренсе канал йондоҙҙары» менән Башҡортостан Республикаһының үҫмерҙәр йыйылма командалары араһында футбол матчы үткәреләсәк. Саралар программаһында һәләтле балалар менән түңәрәк өҫтәл үткәреү ҙә ҡаралған, уларға ҡунаҡтар персональ бүләктәр — ноутбуктар әҙерләгән.
Байрам Конгресс-холл бинаһы янындағы үҙәк майҙанда башланасаҡ. Бында балалар өсөн аттракциондар, тәмлекәстәр, конкурстар һәм бүләктәр менән ысын «Балалар ҡаласығы» йәйелдереләсәк. Байрам саралары «Өфө-Арена» универсаль спорт бинаһында етем һәм инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар өсөн Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы хәйриә концерты менән тамамланасаҡ. Республиканың иң яҡшы балалар табибы һәм педагогы Беренсе каналдан бүләккә автомобилдәр аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика