06:28 (UTC+5), 31 Май 2011

Урманда ваҡытлыса полиция бүлеге асылды

Ольга Мортазина, Светлана Ғәфүрова
Боеприпастар келәте шартлауынан зыян күргән Иглин районының Урман ауылында БР буйынса Эске эштәр министрлығы полицияның ваҡытлыса бүлеген асты. Был кисәге ҡабаттан башланған янғындан һәм шартлауҙарҙан һуң өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт бирелгән ауыл халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнде.
Ваҡытлыса бүлектә 60 хеҙмәткәр эшләйәсәк, штатҡа участковыйҙар, тәфтишселәр һәм тәүтикшереүселәр, автоинспекторҙар, енәйәтте тикшереү бүлеге һәм патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре инде. Уларға элемтә саралары һәм ике вездеход бүлеп бирелгән. Полицейскийҙар бөгөндән башлап үҙ вазифаларына тотондо, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Бүлексәнең адресы: Урман ауылы, Үҙәк урам, 1а, дежур частың телефоны (34795) 2-61-98.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика