Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
60.25
+0.85
58.24
+0.18
96.34
+1.92
7+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2011, 17:48

Башҡортостан райондарында балалар ғибәҙәтханалар төҙөргә ярҙам итә

Шаран ауылы мәҙәниәт йортонда Шаран районы хакимиәт үҙәгендәге мәсет һәм сиркәү төҙөлөшө активистары менән ойошторолған хәйриә концерты үтте.
«Батыр», «Йәйғор», «Теремок» балалар баҡсаларының йәш таланттары сәхнәгә сыҡты. Билеттар һатыуҙан алынған килем дини ойошмалар вәкилдәренә тапшырылды.
Буласаҡ мосолман һәм православие ғибәҙәтханалары биналарына 2010 йылдың йәйендә нигеҙ һалынған. Улар Шаран районы халҡы, районда тыуып үҫкән бағыусылар аҡсаһына төҙөлә. Әлеге ваҡытта объекттар төҙөлөшө дауам итә: сиркәүҙең көмбәҙе эшләнгән, ҡыйығы бар, ә мәсеттә ике манараһын күтәрергә кәрәк.
Автор:Рәил Мусин
Теги:хәйриә
Читайте нас в