18:31 (UTC+5), 30 Мая 2011

Урманда тағы янғын башланды

Светлана Ғәфүрова, Ольга Мортазина
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районының Урман ауылына янғын расчеттары йүнәлтелгән. Ваҡиғалар шаһиты - «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе мәғлүмәте буйынса, йорттарын ташлап, ауыл халҡы ваҡытлы штаб янында йыйыла. Кешеләргә бронежилеттар таратыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хәрби часть биләмәһендә яғыулыҡ келәте яна. Янғын 15.30 тирәһендә башланған. Берәм-һәрәм шартлауға оҡшаш тауыштар яңғырай, ҡуйы төтөн күҙәтелә. Торлаҡ йорттар районында янғын күренмәй. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ауыл буйлап йөрөп, өйҙәрендә ҡалған кешеләрҙе эвакуациялай. Келәт, ауылға ҡарағанда, урманға яҡыныраҡ урынлашҡан. Төтөн бағанаһына ҡарағанда, яҡындағы урманда ла янғын башланыуы ихтимал.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика