11:00 (UTC+5), 26 Мая 2011

Иглин районында Урман ауылы янындағы ғәскәри частың келәттәре яна

Алик Шакиров
Башҡортостандың Иглин районында, Урман ҡасабаһынан алыҫ түгел ерҙә, ғәскәри частың келәттәре яна. «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Әнәс Вәлиуллиндың хәбәр итеүенсә, барлыҡ ашығыс һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары, янғын һүндереү частары, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән район башлығы Рафиҡ Мусин да янғын сыҡҡан урынға юлланған.
— Урман ҡасабаһы өҫтөндә ҙур төтөн бағанаһы күтәрелә, шартлау тауыштары ишетелә - снарядтар шартлайҙыр, моғайын, — ти Әнәс Вәлиуллин. Уның һүҙҙәренсә, район хакимиәтендә 14.00 тирәһендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр алына. Ғәскәри часть үҙәгендә хәрби хеҙмәткәрҙәр йәшәгән биш ҡатлы өс йорт тора. Урман ҡасабаһында иһә 3540 кеше йәшәй. Ғәҙәттән тыш хәл урынына Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһынан да янғын һүндереү частары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары килә.
Ғәскәри часть келәттәрендә янғын сығыу сәбәптәре әлегә билдәһеҙ. Ғәскәри часть территорияһындағы ангарҙарҙан тыш, унда боеприпастар һаҡлау өсөн ер аҫты келәттәре лә бар. Башҡортостандың хәрби комиссариатында ла, Өфө гарнизонында ла янғындың нилектән сығыуын аңлата алмайҙар. Унда ла ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен атарға ҡыйынһындылар.
«Башинформ» агентлығы хәбәрселәре менән видеотөркөм дә Урман ҡасабаһы районына юлланды. Улар, Урман өҫтөндәге төтөн 40 километр алыҫлыҡтан күренә, тип хәбәр итте.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика