11:14 (UTC+5), 26 Мая 2011

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм халыҡ Урман ҡасабаһынан эвакуацияланған

Алик Шакиров
Урман ҡасабаһынан һәм янғын арҡаһында боеприпастар шартлаған хәрби частан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ҡасаба халҡы эвакуацияланды, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе. Янғын районынан йәмғеһе 2,5 мең кеше күсерелгән.
— Урман ҡасабаһы районы, М5 трассаһы, шулай уҡ Урмандан һигеҙ километр алыҫлыҡтағы Кордон ауылы ҡамауға алынған. Бында янғын һүндереү, тиҙ ярҙам, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡотҡарыусыларҙың машиналары йыйылып киткән, журналистар эшләй. Ваҡыты менән күккә күтәрелгән ҡара төтөн эсендә утлы нөктәләр күренә. Янғын һүндереү хеҙмәттәре алдында, уттың торлаҡ йорттарға таралыуына юл ҡуймаҫҡа, тигән бурыс ҡуйылған. Бер нисә секунд һайын снаряд атылыуы, шартлауҙар яңғырай, — тип хәбәр итә хеҙмәткәребеҙ. Уның әйтеүенсә, яҡын арала бында Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы килергә тейеш. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев та бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика