05:32 (UTC+5), 23 Мая 2011

Силәбелә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының күсмә ултырышы үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
25 һәм 26 майҙа Силәбелә Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре ҡатнашлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының күсмә ултырышы үтәсәк.
Ултырыш барышында Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлеге менән танышыу, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттарҙың тарихи мираҫы, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, милли мәғариф һәм мәҙәниәт мәсьәләләре тикшереләсәк, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
Осрашыу сиктәрендә башҡорттар тарихына һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ.
Шулай уҡ Силәбе өлкәһе йәмәғәтселеге һәм етәкселеге вәкилдәре менән осрашыу барышында өлкә территорияһында башҡорт телендә гәзит сығарыу, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙарын ретрансляциялау мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика