14:23 (UTC+5), 20 Мая 2011

Силәбелә башҡорт дискотекаһы үтте

Михаил Хәбиров, Тимур Рәхмәтуллин
Күптән түгел Силәбеләге «Голливуд» төнгө клубында «Башҡорт пати» башҡорт йәштәре дискотекаһы уҙғарылды. Уны Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторҙо.
Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары бындай сараларҙы йыш үткәрә. Бығаса улар йәштәр өсөн күңел асыу сараларын «Шоколад» төнгө клубында уҙғара ине.
Силәбе йәштәре алдында башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары Айгүзәл, Рәил Өмөтбаев, Ғайсар, шулай уҡ Өфөнөң билдәле ди-джейҙары Бурзой МС, Хан һәм Радик сығыш яһаны. Мауыҡтырғыс һәм сағыу кисә булды. Күңелле бәйгеләр, уйындар уҙғарылды, приздар тапшырылды. Йәштәргә бүләккә башҡорт символикаһы менән футболкалар өләшелде.
—Дискотека күптән инде милли йәштәрҙең осрашыу, аралашыу, бергә тупланыу урынына әүерелде, – ти Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сәфиуллин. – Беҙҙең кисәләргә йөҙләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр килә. Билеттарҙы башҡорт һәм ҡаҙаҡ йәштәре тиҙ һатып ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика