13:34 (UTC+5), 20 Мая 2011

Башдрамтеатр Башҡорт дәүләт университеты студенттары араһында йәш драматургтар конкурсы иғлан итә

Әлфиә Әһлиуллина
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡорт дәүләт университеты «Өмөтлө ҡәләм — 2011» йәш драматургтар конкурсын иғлан итте. Башҡорт дәүләт университетының, шул иҫәптән уның филиалдарының һәм бүлексәләренең бөтә төр формала белем алыусы 35 йәшкә тиклемге студенттары, магистранттары, аспиранттары һәм хеҙмәткәрҙәре конкурста ҡатнаша ала. Материалдар башҡорт телендә 2011 йылдың сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙинаның билдәләүенсә, Башҡорт дәүләт университеты менән берлектәге бындай проект беренсе тапҡыр үткәрелә.
— Ижад иткән студенттар араһында талантлы драматургтарҙы асыҡлау, йәштәрҙең ижади башланғыстарына ярҙам итеү һәм дәртләндереү, Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарын киңәйтеү һәм байытыу, шулай уҡ йәш авторҙарҙы йәлеп итеү — беҙҙең төп маҡсат, — ти Башдрамтеатрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе. — Беҙ «Өмөтлө ҡәләм» йәш драматургтар конкурсы артабан юғарыраҡ статуслыға әйләнер һәм ижад ҡомары менән янған бар республика йәштәрен бергә туплар, тип өмөтләнәбеҙ.
Рәмилә Йәһүҙинаның билдәләүенсә, театрҙың әҙәбиәт бүлеге йәштәр менән һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Башлап яҙыусылар үҙенең эштәрен эш көндәрендә театрға алып килә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика