10:16 (UTC+5), 19 Мая 2011

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының тынлы оркестры «Алтын лира» халыҡ-ара конкурсының гран-прийына эйә булды

Эльмира Сабирова
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының «Өфө фанфарҙары» оло тынлы оркестры Мәскәүҙә үткән «Алтын лира — 2011» балалар һәм үҫмерҙәр классик мәҙәниәтенең халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы. Йәш музыканттар «инструменталь башҡарыусанлыҡ» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Был хаҡта «Башинформ» агентствоһына БР Мәғариф министрлығынан баш белгес-эксперт Айгөл Япарова хәбәр итте.
Күренекле музыканттарҙан, билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы һәм Гнесиндар музыка академияһы уҡытыусыларынан торған компетентлы жюри хөкөмөнә коллектив Хачатурян, Римский- Корсаков, Бадельта әҫәрҙәренән торған программаһын күрһәтте.
Әйтергә кәрәк, конкурс Гнесиндар исемендәге музыка колледжының концерт залында үтте. «Инструменталь башҡарыусанлыҡ» номинацияһында 20-нән артыҡ Рәсәй, БДБ, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән үҫмерҙәр инструменталь оркестр һәм ансамбль, халыҡ инструменттары оркестр һәм ансамблдәре, тынлы ҡоралдар, джаз оркестр һәм ансамбле, вокал-инструменталь ансамблдәре ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар һәм уларҙың остазы, Рәсәй Федерацияһының алдынғы эшсеһе Фәнзирә Ниғмәтйәнова әйтеүенсә, Башҡортостан коллективының төп конкуренцияһы булып Мәскәү, Яҡутия, Владимир өлкәһе һәм Марий Эл республикаһының йәш музыканттары торған.
— Был еңеү– таланлы дирижер етәкселегендәге гимназия оркестрының ижади ҡаҙаныштары йыйылмаһында беренсе генә түгел, – ти мәғариф учреждениеһы директоры Эльмира Сафина. –Ләкин беҙҙең гимназист-музыканттар халыҡ-ара кимәлендә беренсе тапҡыр Гран-при яуланылар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика