Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
7+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2011, 13:21

Өфөлә VIII «Рәсәй ғаиләһе» халыҡ-ара конгресы үткәрелә

Өфөлә 18-20 майҙа VIII «Рәсәй ғаиләһе» халыҡ-ара конгресы үтәсәк. Быйылғы форумдың темаһы – «Ғаилә һәм демография: милләт-ара татыулыҡты үҫтереүҙең социаль потенциалы». Ҡатнашыусылар — Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу субъекты, алыҫ һәм яҡын сит илдәр вәкилдәре күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре һәм перспективаларын тикшерәсәк.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуровтың билдәләүенсә, ғаилә мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конгресс Рәсәйҙә 2002 йылдан башлап үткәрелә, һәм һәр форум айырым бер темаға бағышлана. Мәҫәлән, Мәскәүҙә төбәк ғаилә сәйәсәтен үҫтереү сиктәрендә йәш ғаилә проблемалары тикшерелде.
2009 йылда Рязань ҡалаһында йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү һәм ғаиләлә милли традициялар мәсьәләһе ҡаралды.
2010 йылда Курскиҙа ғаилә педагогикаһы традициялары һәм инновациялары өйрәнелде.
— Башҡортостанда 2011 йылдың Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүен иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты VIII конгресты беҙҙең республикала үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаны, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров. – Айырыуса беҙҙең төбәктә йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәүен, ғаилә, шул иҫәптән милләт-ара ғаилә институтына ярҙам өлкәһендә ҙур тәжрибә тупланыуын һәм бындай тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа субъекттарында, БДБ һәм донъя илдәрендә файҙаланыуҙың көнүҙәклеген иҫәпкә алғанда.
Форум сиктәрендә, 18 майҙа Өфөләге Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалының уҡыу корпусын асыу тантанаһы үтәсәк (Өфө, Нехаев урамы, 94). Ошо уҡ көндө ҡунаҡтар «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларын тәбрикләүҙә ҡатнашасаҡ.
19 майҙа ҡаланың төрлө урындарында күсмә социаль-ғәмәли сессиялар, тренингылар, мастер-кластар, ижади оҫтаханалар үкәреләсәк. Фәнни һәм юғары уҡыу йорто йәмәғәтселеге, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығындағы пленар ултырыш Конгресс-холда 15 сәғәттә үтәсәк.
20 майға түңәрәк өҫтәлдәр һәм фәнни-ғәмәли секциялар планлаштырылған.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: