17:10 (UTC+5), 18 Мая 2011

Башҡортостан ТӨРКСОЙ илдәренең драма театрҙары директорҙары ултырышында ҡатнаша

Алик Шакиров
Кисә Төркиәнең Анталия ҡалаһында II Халыҡ-ара дәүләт театрҙары фестивале асылды. Ул 28 майға тиклем дауам итәсәк. Фестиваль сиктәрендә 16 - 19 майҙа ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең милли, дәүләт академия драма театрҙары директорҙары ултырышы үтәсәк. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.
Театр директорҙары ултырышы Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Дәүләт театрҙары генераль дирекцияһы менән берлектә ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретариаты менән ойошторолған.
ТӨРКСОЙ илдәре театрҙары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн Милли, дәүләт академия драма театрҙарының директорҙар советын ойоштороу — уның төп маҡсаты.
Ултырышта Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр, Хакасия, Алтай һәм Сыуашстан театрҙары етәкселәре ҡатнаша.
БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһынан ултырышта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, РФ һәм БР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика