10:37 (UTC+5), 17 Мая 2011

Элеонора Митрофанова Башҡортостандың ЮНЕСКО проекттарында эшләү тәжрибәһен юғары баһаланы

Алик Шакиров
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина 12 - 15 майҙа Рәсәй делегацияһы составында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Башҡарма советының (ЮНЕСКО) мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә арналған 186-сы сессияһы эшендә ҡатнашты.
БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сессия ултырышы сиктәрендә 2008 йылда БР Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһында ҡул ҡуйылған Коммюникены тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү һәм артабанғы берлектәге өҫтөнлөклө проекттарҙы һәм программаларҙы билдәләү мәсьәләләре буйынса Зөһрә Рәхмәтуллинаның ЮНЕСКО-ның Башҡарма советы рәйесе Элеонора Митрофанова менән осрашыуы үтте.
Элеонора Митрофанова Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО-ның мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәләрендәге күп һанлы проекттарында эшләү тәжрибәһен, Башҡортостандың ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара форумдарында һәм фестивалдәрендә ҡатнашыуын, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре һәм кафедралары менән эш итеүен юғары баһаланы. Ул, Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының үҙенсәлекле матди, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы булған уникаль төбәге, тип билдәләне. Был осрашыуҙа, атап әйткәндә, бар донъяға билдәле «Шүлгәнташ» тәбиғи-мәҙәни комплексын, «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын, төрки халыҡтарының «Һабантуй» милли байрамын һәм Бөтә донъя матди, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы исемлегенә индерелеүгә лайыҡлы башҡа объекттарҙы һаҡлау мәсьәләләрен тикшерелде.
Элеонора Митрофанова ЮНЕСКО менән ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының берлектәге проекттарында, атап әйткәндә, төрки халыҡтарының яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы Наурызға әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһының ҡатнашырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Парижға эш сәфәре барышында Зөһрә Рәхмәтуллина шулай уҡ ЮНЕСКО-ның профилле комитеттары һәм комиссиялары вәкилдәре һәм был халыҡ-ара ойошма ҡарамағындағы Рәсәй Вәкиллегенең әйҙәүсе хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәре менән осрашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика