18:17 (UTC+5), 12 Мая 2011

Башҡорт дәүләт филармонияһы Рим Хәсәновҡа ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты ойоштора

Әлфиә Әһлиуллина
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы композитор Рим Хәсәновҡа ярҙам итер өсөн хәйриә концерты ойоштора. Билдәле музыкант яңыраҡ инфаркт үткәрҙе, әлеге ваҡытта ул реанимация бүлегенән стационарға күсерелгән. Был хаҡта көн элгәре «Йәнле журнал»дағы үҙенең блогында Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы, саксофонсы Олег Кирәев хәбәр итте.
Рим Хәсановҡа ярҙам концерты июнь башында үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт филармонияһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ләйлә Аралбаева.
—Концертта йыйылған бөтә средстволар Рим Хәсәновтың ғаиләһенә йүнәлтеләсәк, — тип өҫтәне ул.
Ләйлә Аралбаеваның әйтеүенсә, концерттың аныҡ датаһы яҡын арала билдәле буласаҡ. Әлегә Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы 72-се концерт миҙгелен ябыуға әҙерләнә. Ул 19-20 майҙа үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика