08:00 (UTC+5), 06 Мая 2011

Өфөлә Ташкисеү районындағы күперҙең икенсе сираты асылды

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Ташкисеү янындағы Ҡариҙел аша һалынған автомобиль күпере ике тапҡырға киңәйҙе. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһына көньяҡтан килгән юлда күперҙең икенсе сираты асылды.
— Өфөнө М5 магистрале менән тоташтырыусы күпер 2006 йылда төҙөлә башлағайны, уның беренсе сираты 2008-ҙә файҙаланыуға тапшырылды,— тип юлды асыу тантанаһына йыйылғандарҙың хәтеренә төшөрҙө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ошо күперҙе төҙөгән «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер һалыусылар отряды начальнигы Павел Рабухин. — Күпер һынауҙы уңышлы үтте, ышаныслы, республикаға ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
— Күперҙе киңәйтеү ҡаланан Нуғай, Жилин районына, М5 федераль трассаһына сығыу проблемаһын хәл итәсәк, «Өфө-Аэропорт» юлын бер аҙ бушатасаҡ, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев.
Уның оҙонлоғо — 630 метр, ике йүнәлештә лә һәр береһе дүртәр метр самаһы ике юл һыҙаты ҡаралған. Күперҙең икенсе сиратын сафҡа индереү бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән автомобиль ағымдарын ике яҡтан йүнәлтергә мөмкинлек бирҙе, был, һис шикһеҙ, хәрәкәт хәүефһеҙлеге күҙлегенән ҙур плюс.
Күпер функцияһын үтәй башланы ла инде: күперҙе асыу тантанаһынан һуң унан тәүге автомобилдәр үтте.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика