11:34 (UTC+5), 06 Мая 2011

Башҡортостанда 603 кеше талпан тешләүенән зыян күрҙе

Ғәлиә Нәбиева
Республикала тәүге май байрамдарынан һуң талпан тешләүенән зыян күреүселәр һаны 603-кә етте. Был тешләнгән урынын тапҡандан һуң дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткәндәре генә. Зыян күреүселәрҙең 40,6 проценты – балалар. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, мөрәжәғәт иткәндәрҙең 28,2 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.
Беренсе апрелдән, талпандар әүҙемләшә башлаған осорҙан алып, «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы менән 378 бөжәк тикшерелгән. 14 паразиттың (3,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланғанлығы асыҡланған. Шуныһы тынысландыра, 2010 йылдың ошо уҡ датаһына республика халҡы 1167 талпанды тикшереүгә алып килеп, шуларҙың 19-ының зарарлы булыуы асыҡланғайны.
Быйыл кешеләрҙең вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлмәне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика