Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2011, 11:00

Башҡортостанда фәнни эшләнмәләр тормошҡа ашырылырға тейеш

4 майҙа Өфөлә БР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы үтте. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул төбәк институттары һәм ғилми ойошмалары күргәҙмәһе менән танышты, шулай уҡ Фәндәр академияһы ағзалары алдында сығыш яһаны.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, фән ауыр осорҙарының береһен кисерә. Финанслау ҙа шәптән түгел, кадрҙарҙы яңыртырға кәрәк, ә йәштәр башҡа тармаҡтарға китә.
Президент, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ эшенә тоғро ҡалған һәм фән үҫешенә ҙур өлөш индергән ғалимдарҙың барыһына ла рәхмәтен еткерҙе.
Ул биш йыл дауамында Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарған Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазовҡа айырып рәхмәт әйтте.
Ғалимдарға мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов үкенес менән республиканың һуңғы йылдарҙа иҡтисадта һәм фәндә тотҡан урынын юғалтыуын билдәләне.
— Беҙгә йәмғиәтте берләштерергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Бөгөн республика фекер алышыуҙар өсөн асыҡ булырға тейеш.
Бында, Башҡортостан Президенты фекеренсә, фән ҙур роль уйнай. Ул республикала күп эшкәртмәләрҙең ғәмәлдә бойомға ашырылмағанлығын да билдәләп үтте. Был мәсьәләне мотлаҡ хәл итергә кәрәк.
Яҡын арала Башҡортостан Хөкүмәтендә инновациялар буйынса вице-премьер вазифаһы булдырыласаҡ, ул ошо эшләнмәләрҙе производствоға индереү менән шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ фундаменталь фәндән ғәмәли фәнгә күсергә ваҡыт.
Президент ғалимдарҙы республикала технопарктар, эре компаниялар янында бәләкәй предприятиелар булдырыу, кластерҙарҙы үҫтереү һәм ауыл хужалығына ярҙам перспективалары менән таныштырҙы.
Дөйөм йыйылыш ғилми хеҙмәткәрҙәргә тантаналы рәүештә дипломдар һәм исемле премиялар тапшырыу менән тамамланды.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: