15:00 (UTC+5), 29 Апреля 2011

Алдағы биш йылда 7500 йәш ғаилә фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ

Алдағы биш йылда Башҡортостанда 7500 йәш ғаилә төҙөлөшкә һәм торлаҡ һатып алыуға субсидиялар ярҙамында фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ. Улар бындай ярҙам сараһын раҫланған 2011-2015 йылдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса республика программаһы нигеҙендә аласаҡ.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанслауҙың дөйөм күләме 4,815 млрд һум тәшкил итәсәк.
Был программа Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының торлаҡ сәйәсәте өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе закон сығарыу акттарына ярашлы әҙерләнгән. Уны әҙерләүҙә дәүләт власы органдарының статистик материалдары, төбәктең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙәге тәжрибәһе, социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре файҙаланылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2003 йылдан 2010 йылға тиклем 11875 ғаилә ярҙам алды, шуларҙан 2171 йәш парға льготалы кредиттар бирелде, 1602 ғаилә —льготалы шарттарҙа фатир, 3343 — торлаҡ һатып алыуға йәки үҙенең йортон төҙөүгә социаль түләүҙәр, 4759 ғаилә балаһы (балалары) тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) субсидиялар алды. Ул ваҡытта финанслауҙың дөйөм күләме 1855 млн һәм тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджет средстволары иҫәбенә – 710 миллион, төбәк бюджетынан – 1145 миллион.
Шулай ҙа йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Бөгөн 28 меңдән ашыу пар сиратта тора. Шуларҙың өстән бер өлөшө яҡын арала ошо ҡабул ителгән программа арҡаһында фатир мәсьәләһен хәл итә аласаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегенең «Йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» өлөшөндә бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика