Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84
0
97.29
0
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2011, 13:07

Өфөлә «Еңеү ҡатын-ҡыҙҙары» осрашыуы үтәсәк

28 апрелдә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығына арналған «Еңеү ҡатын-ҡыҙҙары» осрашыуы үтәсәк. Унда ҡатын-ҡыҙҙар – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, «Фронтташ әхирәттәр» клубы ағзалары, Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активистары, Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре ҡатнашасаҡ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн бай концерт программаһы, конкурстар, викториналар әҙерләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла сәскәләр һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас