09:34 (UTC+5), 27 Апреля 2011

Өфөлә Фәриҙә Ҡудашева урамы буласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә Фәриҙә Ҡудашева урамы буласаҡ. Ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендәге Нуғай биҫтәһе урамдарының береһенә билдәле башҡорт йырсыһының исеме биреләсәк. Ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллиндың билдәләүенсә, депутаттар уның хөрмәтенә Өфөләге урамдарҙың береһенең исемен алмаштыра алмай, сөнки ваҡытында Өфөләге урамдарҙың исемен алмаштырыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Хәҙер яңы исемдәрҙе әлеге ваҡытта төҙөлөүсе атамаһыҙ урамдарға ғына бирергә мөмкин.
Фәриҙә Ҡудашева – башҡорт эстрадаһының оло быуын артистары вәкиле. Йырсы күп тапҡыр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта сығыш яһаған, элекке СССР һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә йөрөгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика