Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Йәмғиәт
26 Апреля 2011, 07:36

Өфө властары сүп-сарҙың ҡайҙа юғалыуын асыҡлаған

Өфө властары дөйөм ҡала өмәһе дауамында сығарылған сүп-сарҙың ҡайҙа юғалыуын асыҡлаған. Ҡала башлығы Павел Качкаевтың оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, ҡала райондарының иҫәп-хисап биреүҙәре буйынса, дөйөм алғанда Өфө биләмәһенән 10 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Күрһәткес насар түгел һымаҡ. Әммә сүплеккә дүрт мең кубометры ғына барып еткән. Сүп-сарҙың ҙур өлөшө, тимәк, ҡайҙалыр ғәйеп булған.
Павел Качкаевтың фекеренсә, сүп-сар бер ҡайҙа ла юғалмаған, ахыры. Ни бары райондар эш күрһәтер өсөн ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт биргән. Киров районы, мәҫәлән, сүп-сарҙы үҙенә сүплеккә сығарып түгелгәнгә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк өҫтәп яҙған – 2,5 мең кубометр, ә сүплеккә 700 кубометрҙан күберәген генә алып барған. Октябрь районы 1825 кубометр сүп-сар түгеүе хаҡында мәғлүмәт биргән, ә сүплеккә 1300 кубометрын алып барып еткергән.
Ҡаланы таҙартыу буйынса ысынбарлыҡтағы эштәрҙең һәм ҡағыҙҙағы мәғлүмәттең тап килмәүе Өфөнөң әлеге торошонан да асыҡ күренә. Ҡалала таҙа урамдар әлегә бик һирәк.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас