07:06 (UTC+5), 25 Апреля 2011

Өфө уҡыусыһы йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңде

Эльмира Сабирова
39-сы Өфө гимназияһының туғыҙынсы класс уҡыусыһы Артем Рыжов Мәскәү өлкәһендә үткән йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын алды. Ул бөтөн Рәсәйҙән йыйылған тиҫтәләгән уҡыусылар араһында иң яҡшыһы тип табылды.
Республиканан барған йәнә өс уҡыусы олимпиаданың призерҙары иҫәбенә инде. Улар араһында – Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылы мәктәбенән Алина Йәлилова, Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан Альбина Мәғизова, Ишембайҙың 12-се лицейынан Лидия Кочемасова, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.
Ошо еңеүҙәре арҡаһында балалар илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона ҡабул итеү имтиханын тапшырмайынса инә аласаҡ.
Артабан Башҡортостан уҡыусылары инглиз теле, физкультура, физика, немец теле, география, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, әҙәбиәт, математика, астрономия, тарих, экология буйынса олимпиадаларҙа үҙҙәренең белемен күрһәтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика