10:00 (UTC+5), 22 Апреля 2011

«Полиция» тигән алтаҡтаны беренсе булып Шишмә районы буйынса Эске эштәр бүлеге ҡуйҙы

Ольга Мортазина | фото: Айгөл Шәкүрова
Шишмә районы буйынса Эске эштәр бүлеге өй туйланы. Йәмәғәт именлеге хеҙмәте элекке сәнәғәт предприятиеһының ремонтланған бинаһына күсте. Ремонт менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына район хакимиәте ярҙам итте. Хәҙер был республикала «полиция» тигән алтаҡта ҡуйылған беренсе бина.
— Бөгөн мөһим ваҡиға булды, ул муниципаль властың хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың сифатлы эшләүе менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Район халҡы өсөн тәртип һаҡсылары менән күрһәтелгән хеҙмәт һәм ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр полиция хеҙмәткәрҙәре яҡшы шарттарҙа эшләһә, бынан барыһы ла отасаҡ, — тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Игорь Алешин.
Полицейскийҙар өсөн иркен кабинеттар, бында килеүселәр өсөн киң холдар әҙер. Ремонт һигеҙ айҙан да әҙерәк ваҡыт эсендә үткәрелгән, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика