Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2011, 17:02
«Берәмтек кадрҙар» проектына һайлап алыу конкурсы тамамлана
Башҡортостанда «Берәмтек кадрҙар» проекты сиктәрендә сит илдә уҡырға теләгән студенттарҙы һайлап алыуға конкурс тамамлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс еңеүселәре сит ил уҡыу йорттарында белем алыуға республика Президенты гранттарын аласаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы www.grant.bashvest.ru сайтында теркәү һәм Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, каб. 309 һәм 310-сы бүлмәләр адресы буйынса БР Мәғариф министрлығында уларҙан документтар ҡабул итеү 18 апрелгә тиклем дауам итәсәк.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, проектта ҡатнашыусыларҙың сит ил теле буйынса халыҡ-ара имтихан (TOEFL йәки IELTS) тапшырыу мөмкинлеге бар.
Өфөлә TOEFL имтиханын яҡын арала 23 апрелдә, 14 һәм 28 майҙа. IELTS имтиханын 11 июндә тапшырырға мөмкин. Ләкин алдан — имтихан тапшырыуҙың рәсми датаһына тиклем биш аҙна ҡалғансы теркәлеү мотлаҡ.
Автор:
Елена Колоколова
Теги:
мәғариф
берәмтек кадрҙар
Читайте нас: