14:21 (UTC+5), 14 Апреля 2011

Өфөнөң яңы урамдарының береһенә Юрий Узиков исемен бирергә тәҡдим итәләр

Гөлшат Хөсәйенова
Билдәле крайҙы өйрәнеүсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юрий Андреевич Узиковтың беҙҙең аранан китеүенә бөгөн бер йыл тула (28.05.1931, Архангельск ҡалаһы – 14.04.2010, Өфө). Кисә туғандары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары йыйылып, уның баҫалҡы, эшһөйәр, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше булыуы, Башҡортостанда крайҙы өйрәнеү фәне үҫешенә күпме көс һалыуы хаҡында һөйләшеп ултырҙы.
Юрий Узиков 1962 йылда Ленинградта Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1954–1958 йылдаҙа ул Калининградта партия эшендә була. 1962 йылдан башлап Өфөлә йәшәй һәм эшләй: «Ленинсы» гәзите хеҙмәткәре, бүлек мөдире, 1967 йылдан — «Геолог Башкирии» гәзитенең мөхәррире, 1968 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире була. 1973 йылдан алып Юрий Андреевич — Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, 1995–2005 йылдарҙа күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәгендә эшләй.
Юрий Узиков Башҡортостан тарихының бихисап аҙ билдәле биттәрен аса. В.И.Лениндың, Коминтерн башҡарма комитетының Башҡортостандағы эшмәкәрлеген, Өфө ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө урамдары тарихын өйрәнеү һәм башҡа мәсьәләләр менән шөғөлләнә. Юрий Андреевич – 1500-ҙән ашыу мәҡәлә, шул иҫәптән 30-ҙан ашыу китап авторы. Ул Салауат Юлаев исемендәге БАССР премияһы (1987), Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1999), В.П.Бирюков премияһы (1977) лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Яңы ғына донъя күргән «Башҡорт энциклопедияһы»ның алтынсы томында уның турала мәҡәлә урынлаштырылған.
Юрий Андреевич Узиков иҫтәлегенә хөрмәтен белдереп, уның хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары билдәле шәхес йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйырға, шулай уҡ Өфөләге яңы урамдарҙың береһенә уның исемен бирергә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика