12:15 (UTC+5), 14 Апреля 2011

«БЮТ» телеканалы хеҙмәткәрҙәренең коллектив мөрәжәғәтен тикшереү буйынса комиссия булдырылды

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бойороғо менән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы («Башҡортостан юлдаш телевидениеһы») хеҙмәткәрҙәренең коллектив мөрәжәғәттәрен ҡарау буйынса комиссия ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволарынан, ижади союздарҙан вәкилдәр инде. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедовтың хәбәр итеүенсә, Телеүҙәктә әлеге ваҡытта эшлекле кәйеф хөкөм һөрә. Килеп тыуған хәлдәр БЮТ программаларының сифатына йоғонто яһамай, әммә канал хеҙмәткәрҙәренең күбеһе борсолоуын белдерә, сөнки хоҡуҡи яҡтан да, психологик йәһәттән дә үҙен яҡланған итеп тоймай. «Коллективтың юридик яҡтан яҡланған булмауы һәм билдәле психологик көсөргәнеш кире тойғолар уята», - тине министр. Ул БЮТ коллективында һуңғы айҙарҙа барлыҡҡа килгән көсөргәнешле хәлдәрҙең ниндәйҙер «йәшерен этник сәбәбе» булыуы хаҡындағы имеш-мимештәрҙе ҡырҡа кире ҡаҡты. «Был низағ — милли ерлектәлер, тип уйламайым, — тигән аңлатма бирҙе «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә телефон аша министрлыҡ башлығы. — Хәҙер иң мөһиме — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарына, техник хеҙмәткәрҙәренә юридик яҡтан яҡланғанлыҡты, тыныс эшләү мөмкинлеген тәьмин итеү».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика