08:16 (UTC+5), 13 Апреля 2011

Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналар үтәсәк

Артур Ибраһимов, Әлим Фәйезов
Башҡортостандың Урал аръяғында киң билдәле тарихсы, крайҙы ѳйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғоловтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эскадронының легендар командиры, Сибай педагогия колледжына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мәмбәтҡолов йондоҙо» исемле китабы донъя күрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Бәҙри Мәмбәтҡолов БАССР-ҙа беренсе булып СССР Мәғариф министрлығының юғары наградаһына — Ушинский миҙалына лайыҡ була. Бынан тыш, Мәмбәтҡолов — Ленин ордены, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларының почетлы гражданы, был ҡалаларҙағы урамдарға уның исеме бирелгән.
Быйыл яҙ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында ошо ҡала муниципалитеттары һәм БР Мәҙәниәт министрлығы менән ойошторолған Бәҙри Мәмбәтҡоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтәсәк. Рамаҙан Үтәғоловтың «Мәмбәтҡолов йондоҙо» китабын сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы юбилейҙы байрам итеүгә әҙерләнә башлаған да инде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика