10:34 (UTC+5), 07 Апреля 2011

Башҡортостандың 160 эҙәрмәне һәләк булған яугирҙарҙы эҙләү өсөн экспедицияға юллана

Тимур Рәхмәтуллин
23 апрелдә Башҡортостан эҙәрмәндәре экспедицияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған совет һалдаттарын һәм офицерҙарын эҙләү өсөн Псков, Новгород һәм Ленинград өлкәләренә юлланасаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Эҙәрмәндәр отрядтары йәмәғәт фонды Советы рәйесе Илдар Бикбаев.
— Йәмғеһе 160 экспедиция ағзаһы күрһәтелгән, нигеҙҙә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар, был бик күп, — тип билдәләне Илдар Бикбаев. – Беҙгә республика Хөкүмәте лә ярҙам итте, һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеген аңлап, ул экспедиция үткәреүгә тейешле средстволар бүлде.
Илдар Бикбаев әйтеүенсә, яугир һөйәктәрен табыу өсөн экспедиция ваҡытында һәр ҡатнашыусы 20 тонна ер ҡаҙа. 10 көн эсендә эҙләү отрядтары меңәрләгән һалдаттарҙың мәйетен таба.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған 127 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған, 100 меңдән ашыу кешенең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ – улар яу яланында ятып ҡалған. Һуғыш йылдарында Рәсәйҙә йәмғеһе 5,5 миллиондан ашыу кеше хәбәрһеҙ ғәйеп булған, әле һаман ер ҡуйынына тапшырылмаған 6 миллиондан ашыу һәләк булған яугир иҫәпләнә.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика