11:31 (UTC+5), 07 Апрель 2011

«Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» сираттағы акцияһы иғлан ителде

Эльмира Сабирова
Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды дүртенсе тапҡыр «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» акцияһын үткәрә. Унда 20-гә тиклем кешенән торған командаларға тупланып, етенән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Республика балалары файҙалы эш башҡарып, уның хаҡында Фонд хеҙмәткәрҙәренә хат яҙырға тейеш.
— Акцияла ҡатнашыу балаларға изге эштәр башҡарып, йәмғиәткә файҙа килтереүҙәрен күрергә һәм аңларға мөмкинлек бирәсәк, — тип иҫәпләй ойошма директоры урынбаҫары Илья Родионов. – Балаларҙың үҙҙәре йәшәгән ҡала, район, урам тормошонда һәм үҫешендә әүҙем ҡатнашырға теләүе, яҡшы эштәр башҡарыуға ынтылышы, шулай уҡ командала эшләргә өйрәнеүе - проекттың төп һөҙөмтәһе.
Тормошҡа ашырылған изге эштәре һәм файҙалы фекерҙәре өсөн лайыҡлы үҫмерҙәр грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланасаҡ. Өфөнөң иҫтәлекле урындарын ҡарау, экскурсоводтарҙың матур хикәйәләрен тыңлау һәм сюрприздар акцияла еңеүселәргә төп бүләк буласаҡ.
Фондтан асыҡлауҙарынса, 25 апрелдән 15 майға тиклемге осорҙа 1500 бала бүләкләнәсәк.
Башҡарылған эштәр йомғаҡтары менән отчеттарҙы 20 апрелгә тиклем 450009, Өфө, Комсомол урамы, 35 адресы буйынса Ҡала үҫеше йәмәғәт фондына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт http://www.fondufa.ru/ сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика