Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
5+ °C
Облачно
Йәмғиәт
6 Апреля 2011, 05:41

14-15 апрелдә Өфөлә Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы үтәсәк

14-15 апрелдә Өфөлә Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы XV съезы үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы хәбәр итә.
Съезд БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ҙур залында (Әхмәтзәки Вәлиди урамы, 40) үтәсәк. Съезд делегаттарын теркәү 13 апрелдә – БР Яҙыусылар союзы идараһында (Коммунистик урамы, 34) сәғәт 10-дан 18-гә тиклем, 14 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда 8.30-ҙан 9.30-ға тиклем үткәрелә. Съезд сәғәт 10-да башлана.
БР Яҙыусылар союзы идараһы республика учреждениелары, предприятиелары, ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәренә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – делегаттарҙың съезд эшендә ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеүен һорай.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас