Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2011, 14:47

Өфөлә автобустарҙа юл йөрөү арзанайҙы

Өфөлә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының ҡайһы бер маршруттарҙағы автобустарында юл йөрөү арзанайҙы. 1 апрелдән ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 15 һум урынына пассажирҙарҙан ни бары 10 һум алына.
«Башинформ» агентлығына «Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, юл йөрөү хаҡы махсус социаль акция сиктәрендә кәметелә. Ҡала эсендәге 69, 51 һәм 51А маршруттарындағы атобустарға ғына билет хаҡы арзанайған. Бүтән маршруттарҙа йөрөгән автобустарҙа юл йөрөү хаҡы элеккесә ҡалған. Пластик транспорт карталары буйынса юл йөрөү хаҡы ла үҙгәрмәгән.
Акция бер-ике ай дауамында барасаҡ, тип күҙаллана.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: