Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2011, 11:01

Өфө Рәсәйҙең иң көслө бокссыларын ҡабул итәсәк

— Өфө Рәсәйҙең иң көслө бокссыларын күрәсәк, — был турала «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Бокс федерацияһы вице-президенты Дмитрий Лунев белдерҙе.
Матбуғат конференцияһы Өфөлә 22-30 апрелдә үтәсәк ир-егеттәр араһындағы Рәсәйҙең бокс буйынса чемпионатына арналды.
— Баштараҡ ил чемпионатын Чеховта үткәреү планлаштырылғайны, әммә форс-мажор сәбәптәр арҡаһында ойоштороусылар уны унда үткәреүҙән баш тартты. Заявка биргән Волга буйы һәм Урал ҡалалары араһында Өфө лә бар ине һәм беҙ һеҙҙең ҡаланы һайланыҡ, сөнки Башҡортостанда бокс ярайһы популяр, йәнә Өфө чемпионат үткәреү өсөн бик яҡшы шарттар тәҡдим итте, – тип дауам итте һүҙен Дмитрий Валерьевич. – Бында Рәсәйҙең иң яҡшы бокссылары – Федераль округтар еңеүселәре, Рәсәй беренселеге чемпиондары һәм призерҙары, илдең ир-егеттәр рейтингыһында иң көслөләре сығыш яһаясаҡ.
Луневтан тыш брифингыла БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов, Өфөнөң Спорт саралары идаралығы начальнигы Александр Ефимов, «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмил Нәбиев, Башҡортостандың бокс буйынса йыйылма командаһы баш тренеры Рим Бәширов ҡатнашты.
Рәсәй чемпионатында ун ауырлыҡ категорияһында 160-тан ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Был турнир – быйыл ноябрҙә Баҡыла үтәсәк донъя беренселегенә һайлап алыу туры ла.
— Турнирҙа Башҡортостандың дүрт спортсыһы сығыш яһаясаҡ, — тип хәбәр итте баш тренер Рим Бәширов. – Улар – иң көслөләре. Икәүһе Рәсәй йыйылма командаһына ингән – 60 кг категорияһында Леонид Костылев һәм иң ҙур ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаусы Нияз Фәйзуллин. Бынан тыш, беҙҙең тағы ике перспективалы бокссыбыҙ бар Данис Латыпов (Федераль округта еңде) һәм Тимур Худоян.
Өфө чемпионаты Олимпиада исемлегенә инеү өсөн дә мөһим – һәр ауырлыҡта иң яҡшы дүртәү 2012 йылда Лондонға барыуға дәғүә итәсәк. Бынан тыш, Баҡылағы чемпионатта ла, көҙгөһөн Европа турнирында ла илдең йыйылма командаһына һайлап алыуҙар барасаҡ.
Рәсәй чемпионаты-2011 «Динамо» спорткомплексында үтәсәк. Уны ойоштороу менән БР Бокс федерацияһы һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә Спорт саралары идаралығы шөғөлләнә.
Чемпионатта матбуғат үҙәге эшләйәсәк, һәр төрлө конкурстар һәм лотереялар ойоштороласаҡ. Сувенир продукцияһы ла спорт коллекциялары һөйөүселәрен көтә. Атап әйткәндә, ойоштороусылар чемпионат талисманы — бокссы һыуһар һынын вәғәҙә итә.
Автор:Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: