12:43 (UTC+5), 30 Марта 2011

«Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле Төркиәлә халыҡ-ара фестивалдә күрһәтеләсәк

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле Төркиәлә «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара театр фестивалендә күрһәтеләсәк. Ул 14-25 апрелдә Конья ҡалаһында үтәсәк. Был хаҡта Башҡорт драма театрында үткән матбуғат конференцияһында театр директоры Хөрмәтулла Утәшев белдерҙе.
Уның билдәләүенсә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән схнәләштерелгән күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһындағы тарихи драма осраҡлы һайланмаған.
— Мәғлүм булыуынса, уҙған 2010 йылда бихисап төрки илдәрендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнде. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһында (ТӨРКСОЙ) тәүге тапҡыр 2010 йыл Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан ителде. Ошоноң менән бәйле Төркиәлә һәм тағы бер нисә ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, төрлө саралар үткәрелде. «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле ҡуйылыуы ла шуларҙың береһе, — тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Спектакль ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм Зәки Вәлидиҙең үҙенең хәтирәләре формаһында бирелә. Бында тамашасылар алдында бөйөк ғалим тормошоноң иң мөһим осорҙары кәүҙәләндерелә, һәм был ваҡиғаларҙың күбеһе Төркиәлә булып үткән. Тап ошо, күрәһең, театр форумын ойоштороусыларҙың ҡарарына йоғонто яһағандыр ҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика