07:13 (UTC+5), 30 Марта 2011

Башҡортостандың алдынғы селтәр ресурстары Интернет-журналистика хартияһына ҡул ҡуйҙы

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Кисә Башҡортостандың селтәр ресурстары вәкилдәре Интернет-журналистика хартияһына ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, киң мәғлүмәт саралары документта билдәләнгән мораль-этик йүнәлештәге ҡайһы бер положениеларҙы үтәү йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алды һәм үҙҙәренең сайттарында үҙенсәлекле логотип урынлаштырыу хоҡуғын алды. Логотип сифат билдәһе булырға тейеш.
Уҡыусыларҙың ышанысын яулау һәм донъя селтәрен дөйөм «сүплек» тигән мөһөрҙән арындырыу маҡсатында килешеүҙә ҡатнашыусылар үҙҙәренең баҫма сайтында редакция менән бәйләнеш телефондарын күрһәтергә, мәҡәләлә телгә алынған яҡтарға үҙ позицияһын белдереү мөмкинлеген бирергә, этник, социаль һәм башҡа билдәләр буйынса кәмһетеү һүҙҙәрен үҙ эсенә алған мәҡәләләрҙе таратмаҫҡа, норматив булмаған лексиканы ҡулланмаҫҡа һәм бер ниндәй нигеҙҙә лә дошманлыҡ ҡуҙғатмаҫҡа йөкләмә ала.
Хартия проекты буйынса фекер алышҡандан һуң уның тексына башҡа сайттарҙан алып материалдар баҫҡанда авторлыҡ хоҡуҡтары тураһындағы законды тайпылышһыҙ үтәү хаҡындағы пункт та өҫтәлде.
Шунда уҡ логотипты ла раҫланылар. «ЧИЖ» билдәһе намыҫлы журналистарҙың символына әүерелде – ул рус телендәге Честный Интернет-Журналист һүҙенән ҡыҫҡартып алынған («Намыҫлы Интернет-Журналист»). Ҡошсоҡ уҡыусылар аудиторияһы өсөн үҙенсәлекле маяҡ буласаҡ: сайтта ошондай билдә күрһәгеҙ, тимәк, был сығанаҡҡа ышанырға ярай. «Сифат билдәһен» хоҡуҡһыҙ файҙаланыуға юл ҡуймау өсөн Хартияға ҡул ҡуйған ресурстар исемлеге республика Журналистар союзының асыҡ Интернет-битендә урынлаштырыласаҡ.
- Башҡортостан илдә ошондай мораль-этик ҡағиҙәләр йыйылмаһы ҡабул ителгән тәүге төбәк булды, – тине «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмә ваҡытында БР Журналистар союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков. – Үҙебеҙҙән башҡа бер кем дә Интернеттағы киң мәғлүмәт сараларында тәртип урынлаштырмаясаҡ. Әлегә ҡултамғалар күп түгел, ләкин киләсәктә беҙгә күптәр ҡушылыр, тип ышанам. Бының өсөн теләге булғандарға Журналистар союзы менән элемтәгә инеү ҙә етә.
Бөгөнгө тантанала «Намыҫ кодексын» тиҫтәгә яҡын баҫма ҡабул итте. Улар рәтендә «Ватандаш», «RB-XXI век», «Кызыл тан», «Йәшлек», «Башпортал», «Молодежная газета», «Өмет», «Шоңҡар», Йәмәғәт электрон гәзите», бойондороҡһоҙ блогер Айҙар Хөсәйенов (husainov), шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ufa1 ҡала мәғлүмәт сайты һәм Бойондороҡһоҙ башҡорт форумы бар.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика