05:49 (UTC+5), 29 Марта 2011

Башҡортостандың тау саңғыһы спортсылары миҙгелен тамамланы

Дмитрий Слезин
Өфө ҡалаһының “Олимпик-Парк” спорт комплексында саңғы һөйөүселәр араһында тау саңғыһы буйынса Башҡортостандың асыҡ кубогы финалы үтте. Ярышты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы ойошторҙо.
Бүләкләү тантанаһында һәм Башҡортостан асыҡ кубогының етенсе этабын асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, БР Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Андрей Поляков ҡатнашты.
Күптән түгел республиканың йыйылма командаһы, саңғы һөйөүселәр араһында тау саңғыһы буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, беренсе урын алғайны.
Рөстәм Хәмитов тау саңғыһын һөйөүселәр араһында Рәсәй чемпионаты титулын яулаған спортсыларға дипломдар тапшырҙы.
Тау саңғыһы буйынса Башҡортостан асыҡ кубогының финал ярыштарында ҡатнашыу өсөн Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Октябрьский ҡалалары һәм Бүздәк районы, шулай уҡ Магнитогорск, Усть-Ҡатау, Норильск командалары килде. Барлығы 64 спортсы ҡатнашты.
Әлеге этапта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Өфөлө Эльвира Матюша, ир-егеттәр араһында Дмитрий Пещур еңде. Төрлө йәш төркөмдәрендә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Эльвира Матюша, Марина Бочарникова, Кристина Коваленко, ә ирҙәр араһынан Вячеслав Астахов, Виктор Михайлов, Сергей Громыхалин, Рөстәм Ғизәтуллин, Александр Ишмаев, Азат Рәхмәтуллин, Андрей Манохин 2010/2011 миҙгеле Башҡортостан кубогын яуланы. Ҡала командаларынан беренсе урында – Өфө (569 мәрәй), икенсе урында – Белорет (146 мәрәй), өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ (98 мәрәй).
Башҡортостан кубогын үткәреү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тау саңғыһы үҙәге һайланды. Ул – Өфөнөң “Олимпик-Парк”ы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика