11:28 (UTC+5), 24 Марта 2011

Башҡортостанда тораҡ пункттар урман янғындарына әҙерлеккә тикшереләсәк

Ольга Мортазина
Республика Йортонда ведомство етәкселәре ҡатнашлығында урман янғындары буйынса кәңәшмә үтте. Уны БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров алып барҙы. Төбәктең янғын хәүефһеҙлегенә әҙерлеген тикшереү өсөн республикаға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге вәкилдәре килде. Тикшереү 2011 йылдың 24 мартынан 26-һына тиклем үтәсәк.
— Беҙ барыбыҙ ҙа үткән йылды яҡшы хәтерләйбеҙ. Республикала башҡа төбәктәрҙәге кеүек ҡурҡыныс янғындар булмаһа ла, бөтәбеҙ ҙә эшебеҙҙең ҡатмарлы яҡтарын беләбеҙ. Ҡайһы берҙә төпкөл ауылдарға барып етергә мөмкинлегебеҙ юҡ. Урмандарыбыҙҙың торошо ла беҙ теләгәнсә яҡшы түгел, ағастар араһының ҡыйҙан таҙартылмауы ла янғындарға булышлыҡ итә, — тине Юрий Пустовгаров. — Ҡотҡарыусыларыбыҙҙың урманда янғын һүндереү буйынса тәжрибәһе бар, улар техника һәм вертолеттар ҡулланып, Нижегородка өлкәһендәге хеҙмәттәштәренә ярҙам итте. Республика хеҙмәттәренә дәғүәләр юҡ, шулай ҙа ғәҙәттән тыш хәлдең теләһә ҡайһы урында сығыуы мөмкин икәнен аңларға кәрәк.
Быйыл тупраҡта дым запасы нормала тиерлек, тип белдерҙе вице-премьер, ҡоролоҡ көтөлмәй, шуға күрә янғынға бәйле хәл проблемалы булып күренмәй. Шулай ҙа превентив саралар күреләсәк. Ял йорттарын һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрен иҫәпкә алмағанда, Башҡортостанда 288 тораҡ пункты урман эсендә ултыра йәки урман массивы янында урынлашҡан.
— Бындай ауылдарҙа урмандан минераллаштырылған һыҙат менән кәртәләнергә кәрәк. Хәбәр итеү системаһы ла талап ителә, - тине РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге начальнигы урынбаҫары Владимир Яменков. — Урман янғындары сығыуы Тәбиғәттән һәм кеше факторынан тора. Тәбиғәткә сыҡҡанда, компания менән ял иткәндә һәр беребеҙ шәхси яуаплылыҡ хаҡында онотмаһаҡ ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика