07:34 (UTC+5), 23 Марта 2011

Дәүләт Думаһында Башҡортостандың иҡтисади һәм мәҙәни ҡаҙаныштары күргәҙмәләре асылды

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәни һәм иҡтисади ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмәләр асылды. Улар Дәүләт Думаһында 21 марттан 25-нә тиклем үтәсәк Башҡортостан көндәре сиктәрендә ойошторолған.
Беренсе ҡатта милли башҡорт аштары, башҡорт балы, халыҡ кәсептәре изделиелары, ҡурай, милли башҡорт кейеме һәм сувенирҙар күрһәтелгән.
Икенсе ҡатта пленар ултырыштар залы алдында республиканың иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт биреүсе стендтар ҡуйылған. Бында республиканың агросәнәғәт, энергетика комплекстары, урман хужалығы тарихы, шулай уҡ энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм төбәктең инвестицион үҫеше буйынса республика программалары күрһәтелгән. Икенсе ҡатта башҡорттарҙың боронғо йолаларына ярашлы биҙәлгән башҡорт тирмәһе урынлашҡан.
Күргәҙмә экспозициялары менән Дәүләт Думаһы депутаттары, шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы ағзалары танышып өлгөрҙө. Делегация составында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары, БР Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр бар.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика