06:07 (UTC+5), 22 Марта 2011

Силәбелә Нәүрүз байрамы билдәләнде

Тимур Рәхмәтуллин
Силәбелә Халыҡ-ара Нәүрүз байрамы билдәләнде. Байрамда башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик һәм әзербайжан милләттәре вәкилдәре ҡатнашты. Фестивалдең генераль бағыусыһы булараҡ Силәбе өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.
Урал дәүләт физик культура университеты манежында ҡунаҡтарҙы милли костюмдар кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡаршыланы. Өҫтәлдәрҙә биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре ҡуйылғайны. Ҡунаҡтар Илдар Юнысовтың ағастан юнып эшләгән һындарын айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Кулинарҙар барыһын да милли аш-һыу: пахлава, бауырһаҡ, бишбармаҡ, ҡатлама, самса, эремсек, ҡорот һәм былау менән һыйланы.
Мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн манеж уртаһында Башҡорттар ҡоролтайы активистары менән йыйылған тирмә ҡуйылғайны. Башҡорт йәштәр ойошмаһы ҙур тамаша әҙерләне.
Ир-азаматтар төрки халыҡтарының барыһына ла таныш булған милли спорт төрө - көрәштә көстәрен һынай алды. Силәбе өлкәһенең билбау көрәше федерацияһы еңеүселәр өсөн махсус приз фонды булдырған ине.
Сәхнәлә музыкаль һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Музыкант-виртуоздар төрлө инструменттарҙа – ҡаҙаҡ думбыраһында, башҡорт ҡубыҙында һәм үзбәк карнайында уйнаны. Дәртле халыҡ бейеүҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Шат тамашасылар артистар менән бергә бейене. Магнитогорскиҙан тажик коллективы сәхнәгә сыҡҡас, күптәр ултырып сыҙаманы, башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, үзбәктәр ҙә күмәкләп бейергә төштө.
Нәүрүз – өс мең самаһы йыл элек Иранда барлыҡҡа килгән боронғо байрам. Ул яҙғы көн менән төндөң тиңләшеүе ваҡытында билдәләнә. Иран телле һәм төрки халыҡтары араһында киң билдәле, ислам ингәс тә әһәмиәтен юғалтмаған. Иран календарына ярашлы, Яңы йыл тап Нәүрүз көнөнән башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика