14:41 (UTC+5), 21 Марта 2011

Башҡортостанда сит илдә уҡыу өсөн студенттарҙы һайлап алыуға конкурс старт алды

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары араһында сит ил мәғариф үҙәктәрендә белем алыу өсөн түләүгә аҡсалата грантҡа дәғүә итеүгә асыҡ конкурс старт алды. 2010-2012 йылдарға сит илдә әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек үтеү, квалификация күтәреү буйынса Башҡортостан Президентының айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҡыуға, йәшәүгә, медицина страховкалауына, юлға, виза юллауға сығымдарҙы республика бюджеты үҙенең өҫтөнә ала.
БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүселәрҙе ярыш принцибы буйынса Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе р әйеслегендә конкурс комиссияһы һайлап аласаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн «Берәмтек кадрҙар» (www.grant.bashvest.ru) сайтында теркәлеп, артабан документтарҙы 18 апрелгә ҡәҙәр Өфө ҡалаһы, Театр урамы,5\2, 309, 310-сы кабинеттар адресы буйынса БР Мәғариф министрлығына ебәрергә кәрәк.
«Берәмтек кадрҙар» сайтында мәғариф грантына дәғүә итеүселәр резюмеһынан банк булдырыласаҡ. Конкурс комиссияһы ағзалары заявкаларҙың дөйөм күләменән конкурстың телевизион этабында ҡатнашыусыларҙы һайлап аласаҡ, унда студенттарға үҙҙәренең эрудицияһын һәм белемен күрһәтергә тура киләсәк. Ярышта еңеүселәр «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» каналы эфирында билдәләнәсәк.
Грантҡа дәғүә итеүселәр профессиональ өлкәлә компетентлылығын, сит телдәрҙә иркен аралашыуын күрһәтергә тейеш (TOEFL йәки IELTS сертификаттарына эйә булыу мотлаҡ).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика