07:12 (UTC+5), 21 Марта 2011

Башҡортостанда хәрби техника янғын һүндереүселәргә бирелде

Ольга Мортазина | фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Туймазы бетон ташыу автомашиналары заводы 12 автоматик һыу ҡойоу станцияһын (АРС-14) Башҡортостандың янғын һүндереү частары өсөн ҡайтанан ҡороп йыйҙы. Рәсәй Оборона министрлығының армия техникаһы РФ субъекттарына бушлай дәүләт милкенә тапшырылды. Башҡортостан Һарытау өлкәһе Вольск хәрби часынан автомобилдәр алды.
Машиналар сентябрҙә Туймазыға ҡайтарылды, республика өс миллион 600 мең һум аҡса бүлде. Заводта автомобилдәрҙе яңынан буяп, янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырҙылар.
— Һәр машинала 2,5 тонналыҡ цистерна, насос, янғын һүндереү еңсәһе һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар бар, — тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борханов. — Күптән түгел файҙаланыуға әҙер янғын һүндереү техникаһы Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм Мишкә райондары ауыл биләмәләренә тапшырылды.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика