14:20 (UTC+5), 18 Марта 2011

«Башҡортостан» киностудияһы ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре Кинематографистар советы ултырышында ҡатнаша

Әлфиә Әһлиуллина
«Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов менән компьютер графикаһы һәм анимация буйынса рәссам Таңсулпан Бураҡаева Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) ағзаһы илдәренең Кинематографистар советы ултырышында ҡатнаша. Ул ошо көндәрҙә Төркиәнең баш ҡалаһында XXII Анкара Халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә үтә.
ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре араһында кинематография өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын эҙләү – ултырыштың төп маҡсаты.
Ултырышта ҡатнашыусылар берлектәге кино һәм кинопрокат селтәре баҙарын формалаштырыу, кинофестивалдәр ойоштороу һәм берлектәге кино продукцияһын булдырыу мәсьәләләрен тикшерәсәк.
ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәре Кинематографистар советы ултырышын ойоштороусылар булып Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы һәм Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Кинематография һәм авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса генераль дирекцияһы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика