07:09 (UTC+5), 17 Март 2011

Өфөлә «Нәүрүз-2011» 16 апрелдә билдәләнәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортонда «Нәүрүз-2011» байрамын ойоштороусыларҙың ултырышы үтте. Унда республиканың тиҫтәнән ашыу милли-мәҙәни берекмәләре етәкселәре ҡатнашты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар байрам үткәреү датаһын һәм урынын билдәләне — ул 16 апрелдә Өфөнөң И.Яҡутов исемендәге паркында үткәреләсәк. Һәр милли-мәҙәни үҙәк байрамда традицион йорт кәрәк-яраҡтары, милли аш-һыуы менән үҙенең ихатаһын ҡуясаҡ. Йола буйынса Нәүрүз халыҡ уйындары, спорт ярыштары менән оҙатылып барасаҡ. Концерт программаһын милли берекмәләр вәкилдәре һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары әҙерләй. Байрамда Үзбәкстандан вокаль ансамблдең ҡатнашыуы ла көтөлә.
— Быйылғы йыл Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән, — тип билдәләне Илшат Сабитов. – Республика етәкселеге тарафынан байрамға иғтибар ҙур буласаҡ. Нәүрүзгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм башҡа юғары вазифалы ҡунаҡтар килер, тип өмөтләнәбеҙ.
Нәүрүз яҙ байрамы өс мең самаһы йыл элек Иранда барлыҡҡа килгән һәм сәсеү миҙгеле башланыуға ҡарата үткәрелә. Ул яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта байрам ителә. Йола буйынса байрам алдынан йорттар биҙәлә, бурыстар таратыла һәм һый-ниғмәт әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика