12:47 (UTC+5), 16 Марта 2011

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы ойошторола

"Башинформ"
Өфө-II ҡаласығы ҡаҙылмалары урынында «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторола. 15 мартта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, документ тексында, «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы беҙҙең эраның V–ХVI быуаттарындағы иң эре археология ҡомартҡыһы – Өфө-II ҡаласығын һаҡлап ҡалыу һәм тәрән ғилми өйрәнеү маҡсатында ойошторола, тип билдәләнә.
Музей Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағына инәсәк, уға яңы учреждениеның уставын раҫлау, уның эш планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы ҡуйыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө-II ҡаласығы» археологик мираҫ объекты территорияһында музей комплексын ойоштороу буйынса саралар планын эшләргә һәм раҫлауға индерергә ҡушҡайны.
Белешмә өсөн. «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһы 1953 йылда билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе өфөлө Петр Ищериков менән асыла, артабан төрлө йылдарҙа Мәҡсүҙә Садиҡова, Владимир Овсянников, академик Нияз Мәжитов тарафынан өйрәнелә.
Тикшереүҙәр барышында монументаль архитектура объекттары: нигеҙенең киңлеге 10 метр, бейеклеге 4-5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылды.
Хеҙмәт ҡоралдары, керамика, биҙәү һәм ҡорал әйберҙәре һәм башҡаларҙан, шул иҫәптән ХIII–ХIV быуаттарҙағы 19 көмөш тәңкәнән торған матди мәҙәниәт әйберҙәренән ҙур коллекция тупланды.
Был мәҙәни мираҫ объекты БАССР Министрҙар Советының 1961 йылдың 22 мартындағы 188-се ҡарары һәм БР Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 12 майындағы 6–2/251-се указына ярашлы республика әһәмиәтендәге ҡомартҡы булараҡ дәүләт тарафынан һаҡлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика