06:52 (UTC+5), 16 Март 2011

Башҡортостан эҙәрмәндәре «Мемориал–2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Башҡортостан эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды 2011 йылдың 20-24 июнендә «Манеж» Үҙәк күргәҙмә залында (Мәскәү) үтәсәк «Мемориал–2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә.
Күргәҙмә һалдат ҡәберлектәре тураһында хөкүмәт-ара килешеүҙәр үтәлешенә арнала. Уны ойоштороусылар булып Рәсәй Оборона министрлығы һәм «Фән-ХХI» хәүефһеҙлек проблемаларын ғилми яҡтан тикшереүгә булышлыҡ итеү фонды сығыш яһай. Күргәҙмә сиктәрендә «Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында»ғы Законды ғәмәлгә ашырыуға арналған түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк.
Белешмә өсөн. БР Эҙәрмәндәр отрядтары төбәк йәмәғәт фонды 2002 йылдың 25 декабрендә ойошторолған. Туғыҙ йыл эсендә уның ҡанаты аҫтында 17 эҙәрмәндәр отряды тупланған. Ойошма көсө менән Ленинград, Новгород, Смоленск, Волгоград, Мәскәү, Курск өлкәләре һәм Краснодар крайы территорияларында 40-тан ашыу эҙләү һәм эҙләү-тикшеренеү экспедициялары үткәрелгән. Уларҙа 500-ләп мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашҡан. Башҡортостан эҙәрмәндәре арҡаһында ете йөҙҙән ашыу совет яугирының һөйәктәре табылып, улар ҙур хөрмәт менән тыуған ерендә ерләнгән.
Фонд Икенсе Бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған һалдат һәм офицерҙарҙы эҙләү буйынса «Әсирлектән ҡайтарыу» һәм «Һәләк булған эшелондар» тип аталған үҙенсәлекле инновацион технологиялар һәм алымдар өҫтөндә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика