04:01 (UTC+5), 15 Март 2011

Республикала студенттарҙың төҙөлөш отрядтары тергеҙеләсәк

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостанда Советтар союзы заманында киң таралыу алған йәштәр төҙөлөш отрядтары барлыҡҡа киләсәк. Был традицияны тергеҙеү менән «Берҙәм Рәсәй» шөғөлләнә.
Дүшәмбе көндө Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтовтың хәбәр итеүенсә, беренсе төҙөлөш отряды ошо йәй үк эшләй башлаясаҡ. Студенттарға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы бассейнды төҙөргә тура киләсәк.
Рөстәм Ишмөхәмәтовтың әйтеүенсә, төҙөлөш отрядына 30 кеше яҙылған да инде. Был күп түгел, әлбиттә, ләкин әлеге мәлдә республика вуздары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, һәм йәйгә ҡарай студенттар иҫәбенән бассейн төҙөлөшөндә ҡатнашырға теләүселәрҙең артыуы ихтимал.
Төҙөлөш отрядында егеттәр айына 12-15 мең эш хаҡына иҫәп тота ала. Рөстәм Ишмөхәмәтовтың билдәләүенсә, төҙөлөш отрядтары ойоштороуҙан тыш, берҙәм рәсәйлеләр йәштәргә ауыл хужалығында, шулай поездарҙа вагон ҡараусы сифатында эшкә урынлашыуға булышлыҡ итергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика